Йә Раббым, минең белеп тә белмәй ҙә ҡылған барлыҡ гонаһтарымды ярлыҡа! Әстәғәфируллаһәл-ләҙии ләә иләәһә иллә hуәл-хәййә үәл -ҡаййүүмә үә әтүүбү иләйһи. Ошо юлдарҙы уҡыусыларҙан
кемегеҙҙе тел йә булмаһа күңелем менән рәнйеткәнмен барығыҙҙан да ғәфү һорайым!
Йә Раббым, ошо изге төнөңдә барлыҡ кешелектең гонаһтарын кисер. Яңғыҙҙарҙы парлы ит,балаһыҙ интеккәндәргә бала һөйөргә насип ит, ауырығандарга шифаңды бир,еңеллек бир, иманһыҙҙарға иман бир,балаларыбыҙға тәүфиҡ бир,күңелдәренә иман нуры hал, кемдәр ниндәйҙер бәләгә тарыған уларҙы шул бәләләрҙән арындыр,кемдәрҙең бурыстары куп уларҙы бурыстарынан ҡотолдор, Ер йөҙөнән барлыҡ афәттәр китһен, тиҙерәк һуғыштар туҡтаһын, тыныслык урынлашhын, барыбыҙҙы ла Үҙеңә генә шөкөр ҡылыусыларҙан ит,аҙашып йөрөүселәрҙе тура юлыңа баҫтыр, беҙҙе күркәм холоҡло ит, Үҙеңә генә табынып, Һиңә генә ғибәҙәт ҡылып бәрәкәтле мул тормошоңда иҫән-һау, барлыҡ ағзаларыбыҙ теүәл булып йәшәргә , оҙон, иманлы ғүмер насип ит! Беҙҙе хәләл ризығыңдан айырма, һәр эшебеҙҙе бәрәкәтле ит!Беҙҙе Йәһәннәм ғазабына дусар итмә,иманһыҙ булып үлеп китеүҙән һаҡла!
Йә Раббым, беҙҙең доғаларыбыҙҙы ишет! Барлыҡ изгелегебеҙҙе ҡабул ит! Ике донъя рәхәтен күрергә насип ит!
ӘӘМИИН 🤲